Торжественное бракосочетание

Никах тантанаһы

Конгресс-холл – никах тантанаһын үткәреү һәм шул уҡ ваҡытта ҡаланың иҫ китмәле күренешенән ләззәт алыу өсөн иң йәмле урын ул.

Ситтә ойошторолған никах теркәү – туй модаһының тренды. Уның өсөн ҡабатланмаҫ урын һайлау ҙа уғата мөһим. Шундай урындарҙың береһе булып Конгресс-холл тора, унда алған тәьҫораттарығыҙ тантананы онотолмаҫлыҡ итәсәк.

2017 йылда беҙ тулыһынса туй атрибутикаһын яңырттыҡ (биҙәлгән семәрле арка, тауар һәм сәскәләр менән биҙәлгән арка, ултырғыстар өсөн яңы ябыуҙар). Атрибутика фотоларына һылтанма фото 1, фото 2.

Никах тантанаһы

Конгресс-холда йәштәрҙең ҡарамағына кейәү һәм кәләш бүлмәһе, кәрәкле тауыш аппаратураһы, йәнле музыка (Мендельсон маршы), тауар һәм сәскәләр менән биҙәлгән арка, яһалма сәскәләрҙән һигеҙ композиция, никахты теркәү өҫтәле, ҡунаҡтар өсөн аҡ ябыулы ултырғыстар бирелә, никах теркәү ваҡытында саҡырылған ҡунаҡтар фотоға һәм видеоға төшөрә ала. Йәштәрҙең беренсе бейеүе ҡаралған.

Никахты теркәү церемонияһын профессиональ никах теркәүсе алып бара. Беҙҙә үткәрелгән никах теркәүҙең (ЗАГС-та үткәрелгән стандарт церемониянан айырмалы рәүештә) күп өҫтөнлөктәре бар, бер-береһен яратҡан ике йөрәкте ҡушыу йолаһы романтик тылсым менән һуғарылған серле, ҡабатланмаҫ ваҡиға буласаҡ. Бында йәштәрҙең бөтә ҡунаҡтары ла килә ала. Был тантананың уникаль сценарийы (Һеҙҙең теләгегеҙ буйынса), шулай уҡ үҙенсәлекле мөхите һәм сағыу колориты буласаҡ. Бер ниндәй шаблондар ҙа, ҡабаланыуҙар ҙа булмаясаҡ.

Конгресс-холл Һеҙҙе битараф ҡалдырмаясаҡ һәм йәштәргә генә түгел, бөтә ҡунаҡтарға ла ғәжәйеп хис-тойғолар бүләк итәсәк.  

Өҫтәлмә хеҙмәттәр: 

Конгресс-холдың ҡышҡы баҡсаһы фотосессия үткәреү өсөн Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙә.

«Уралтау», «Салауат» ресторандарының залдары туй банкеттарын үткәреү өсөн Һеҙҙең ҡарамаҡта.

2.jpg
Виртуальный
тур