!

ПРЕСС-ЦЕНТР

НОВОСТИ

9 Фев 2018

Анонс. Концерт "Эх, кейәүгә сығырға ине..."

Моңло тауышлы өс сибәркәй: Альбина Килдейәрова, Фәриҙә Ғаззалова, Гөлфина Хәмитова! Яңы йылда был өс ҡыҙҙың уй-теләге уңышлы кейәүгә сығыу. Хыялдары тормошҡа ашырмы, юҡмы? 14 февраль "Конгресс-холл" концерт залында барыһы ла асыҡланасаҡ. Кейәү егеттәре ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Данис Алағыуатов, Ғәлинур Юламанов, Искәндәр Ғәзизов - дәртле йырҙары менән ҡыҙҙар күңелен әсир итергә әҙер. Килегеҙ, бәлки, кемдер ғашиҡтар көнөндә үҙ йәрен дә табыр. Үтә лә мажаралы, уйын-көлкөлө , йырлы-моңло концертҡа рәхим итегеҙ дуҫтар! Сара киске сәғәт етелә башлана.
Билеттар Уфаконцерт кассаларында (https://ufaconcert.ru) һәм Асия 89374772094, Аделя 89378539065, Ранис 89603935605.

Возврат к списку

Виртуальный
тур