КОНГРЕСС УСЛУГИ

Трансфер

Беҙҙең аңлауыбыҙса, трансфер – ул үҙ транспортың булмаған хәлдә кәрәкле урынға тиҙ һәм комфорт менән барып етеү. Өфөгә килгәс, тәү сиратта ҡала буйлап, ҡайһы саҡ ҡала ситендә хәрәкәт итеү мәсьәләһе килеп тыуа.

Трансферға алдан заказ биреү хеҙмәтен файҙаланғанда, Һеҙ сәйәхәтегеҙҙе планлаштырып, ваҡытығыҙҙы һәм аҡсағыҙҙы һаҡлап алып ҡалырһығыҙ, аэропортта трансфер хеҙмәтен түләгәндә иһә, кәрәкһеҙ сығымдар күтәрергә тура килеүе ихтимал.

Беҙгә теләктәрегеҙҙе белдерегеҙ һәм беҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙ юғары квалификациялы водитель һайларҙар, ул Һеҙҙе уңайлы һәм иркен автомобилдә ҡаршы алыр.

Конгресс-холл Өфө ҡалаһында Һеҙҙе иң уңайлы һәм кәрәкле ваҡытта трансфер менән тәьмин итергә әҙер. Беҙ Һеҙгә, аэропорттан һәм вокзалдан алып теләгән бер ҡунаҡханаға, йәиһә Конгресс-холдың үҙенә тиклем, шулай уҡ ҡала һәм уның эргә-тирәһенә трансфер тәҡдим итәбеҙ.

Конгресс-холл Һеҙгә кәрәкле ваҡытҡа кәрәкле ергә хәүефһеҙ һәм уңайлы рәүештә барып етергә ярҙам итәсәк.

Трансферҙың хаҡы ҡаршылау урыны, тәғәйенләнгән урын һәм автомобилдең маркаһынан сығып иҫәпләнә.

Трансфер хеҙмәттәре менән файҙаланығыҙ – беҙҙең хәстәрле мөнәсәбәтебеҙ һәм конкуренцияға һәләтле хаҡтарыбыҙ менән Һеҙҙең башҡорт ерендә булыу ваҡыты еңел һәм уңайлы үтәсәк!

Бәйләнеш өсөн


Виртуальный
тур