КОНГРЕСС УСЛУГИ

Cараны дизайнлау һәм полиграфия хеҙмәттәре

Конгресс-холл киң спектрлы полиграфия һәм дизайн хеҙмәттәре тәҡдим итә. Сағыу идеялар, конкуренцияға һәләтле хаҡтар һәм юғары сифат ярҙамында Һеҙҙең сарағыҙ һәм компанияғыҙ айырылып торасаҡ.

Беҙ сараларҙы профессиональ дизайнерҙарҙың ҡулдары менән биҙәйбеҙ. Саралар ҡала кимәлендә йәки шәхси булыуы мөмкин. Маҡсатыбыҙ бер – сағыу, аһәңле һәм ҡабатланмаҫ күренеш тыуҙырыу.

Конференция, күргәҙмә, мода күрһәтеү, бүләкләү тантанаһы кеүек саралар, ҡағиҙә булараҡ, йыш үткәрелә, һәм ойоштороусылар алдында һәр ваҡыт уларҙы дөйөм массанан айырып күрһәтеү, шәхси үҙенсәлектәр менән һуғарыу бурысы тора. Был маҡсатҡа ирешеүҙең иң рациональ юлы - теге йәки был сараны тематикаһына һәм үҙенсәлектәренә ярашлы уникаль стилистикала биҙәү.

Туйҙар һәм тыуған көндәр тураһында ла оноторға һәм күҙ уңынан сығарырға ярамай. Ябай эш көнөндә ниндәйҙер үҙенсәлектәрҙе тотоп алыу, күреү ҡыйын була. Байрамдар беҙгә бер секундҡа, бер көнгә туҡтап торорға, яҡындарыңды, дуҫ-иштәреңде яныңа йыйырға, уларҙы күрергә һәм ишетергә, ниһайәт, шатлыҡ тойғолары кисерергә мөмкинлек бирә. Шуға ла байрам ни тиклем сағыу итеп үткәрелһә, килгән һәр бер ҡунаҡтың күңелендә онотолмаҫ матур иҫтәлектәр ҡаласаҡ.

Конгресс-холл белгестәре быны аңлай һәм беҙ биҙәгән һәр бер сара – беҙ һеҙҙең өсөн яҙған тарих ул. Шул уҡ ваҡытта һеҙ һәр ваҡыт сараның жанрын һайлай алаһығыҙ – ҡәтғи инглиз классикаһымы, готик туй булһынмы, йәки барокко стилендәге һарайҙағы тыуған көнмө. Беҙ Һеҙҙең байрамығыҙҙы ихтирам итәбеҙ һәм ысын күңелдән Һеҙгә ваҡытыбыҙҙы бағышлап кескәй деталдәренә тиклем уйлайбыҙ.

Полиграфик хеҙмәттәр:

  • Верстка һәм дизайн
  • Киң форматлы баҫыу: дизайн һәм макетлау, баннерҙар, плакаттар, фото-панелдәр эшләү
  • Полиграфик продукция баҫыу: тезистар, мәғлүмәти листовкалар, каталогтар, брошюралар, сертификаттар, саҡырыу ҡағыҙҙары һ.б.

Сувенир продукцияһын етештереү:

  • Фирма символикаһы төшөрөлгән ручкалар, портфелдәр, блокноттар, флеш-USB етештереү
  • Ҡаплау өсөн макеттар етештереү

Виртуальный
тур