КОНГРЕСС УСЛУГИ

Сәскәләр менән биҙәү

Бөгөнгө көндә һәр бер тантананың мөһим өлөшө булып профессиональ рәүештә флористик биҙәү тора. Иҫ китмәле һәм нәзәкәтле букеттар, сәскәләрҙән яһалған нәфис һәм оригиналь композициялар иң ябай байрамды ла сағыу хис-тойғолар һәм тәьҫораттар шәлкеменә әйләндерә. Сәскәләр менән биҙәү һәр сараны онотолмаҫлыҡ итергә ярҙам итәсәк. Бынан тыш, байрамдарҙы, сараларҙы һәм тантаналарҙы сәскәләр менән биҙәү ваҡиғаның мөһимлеген һәм әһәмиәтен күрһәтәсәк.

Сараларҙы һәм тантаналарҙы сәскәләр ярҙамында биҙәү оригиналь һәм саф идеялар менән ғәжәпләндерер. Беҙ һәр проектҡа шәхси рәүештә ҡарайбыҙ, заказсының теләктәрен күҙ уңында тотабыҙ.  

Конгресс-холл Һеҙҙең өсөн туйҙарҙы, тантаналарҙы, байрам урындарын һәм официаль сараларҙы биҙәргә әҙер. Эксклюзив туй флористикаһы, гөлләмәләр һәм композициялар яһау, банкет залдарын һәм сара үткәреләсәк башҡа урындарҙы биҙәү.

Беҙгә шылтыратығыҙ һәм ниндәй сара үткәрергә теләгәнегеҙҙе әйтегеҙ. Беҙ визуаль проект әҙерләп, тулыһынса биҙәүҙе уйлап табып, кәрәкле эскиздар яһап, хаҡын алдан һанап сығарабыҙ.

Бәйләнеш өсөн

Виртуальный
тур