КОНГРЕСС УСЛУГИ

Экскурсиялар

БР «Конгресс-холл» дәүләт бюджет учреждениеһы «ӨФӨ» күп профилле мәғлүмәти-туристик үҙәге менән берлектә ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәрелгән урындар буйлап экскурсиялар ойоштора. Беҙ делегациялар нисек ҡаршыланғаны, ҡатнашыусы илдәрҙең лидерҙары ҡайҙа эшләгәне, кулуарҙа һөйләшеүҙәр ҡайҙа үткәне һәм йомғаҡлау документтары ҡайҙа имзаланғаны тураһында һөйләйәсәкбеҙ һәм күрһәтәсәкбеҙ.

Өфө ҡалаһының музейҙары һәм башҡа иҫтәлекле урындары буйлап та экскурсиялар ойоштора алабыҙ. Экскурсоводтар ҡаланы төрлө яҡлап күрһәтәсәк: сауҙагәрҙәр Өфөһө, Өфө – нефтехимия баш ҡалаһы, Өфө – советтар заманы сағылышы, Өфө – халыҡ-ара саммиттар үҙәге. Ҡаланы сағыу, тыныс, заманса, үткәндең ҡәҙерен белгән һәм киләсәккә ҙур ышаныс менән ҡараған итеп күрһәтер өсөн, экскурсияларҙың маршруттарын беҙ айырыуса иғтибар менән һайланыҡ.

Экскурсиялар үткәреү буйынса мөрәжәғәт итергә:

Телефон: 8 (347) 276-55-00

Бәйләнеш өсөн

Виртуальный
тур