КОНГРЕСС-ХОЛЛ

Ойоштороусылар һәм ойоштороу документтары

Башҡортостан Республикаһы «Конгресс-холл» дәүләт унитар предприятиеһы Башҡортостан Республикаһы Президентының 01.08.2007 йылғы УП-378 «БР «Конгресс-холл» дәүләт унитар предприятиеһын төҙөү» Указына ярашлы 2007 йылда төҙөлгән һәм Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан.

2015 йылдың 2 апреленә тиклемге юридик атамаһы - Башҡортостан Республикаһы «Конгресс-холл» дәүләт унитар предприятиеһы».

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2015 йылдың 22 ғинуарындағы 58-р бойороғона ярашлы предприятие үҙгәртеп төҙөү нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы «Конгресс-холл» дәүләт унитар предприятиеһы булараҡ үҙгәртеп ойошторолдо һәм Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрына 2015 йылдың 3 апрелендә 1150280020890 төп дәүләт номеры менән теркәлде (юридик шәхестең дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ серияһы 02 №007306071). Учреждениеның урынлашыу урыны – Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2-се йорт.

Уставҡа ярашлы, БР “Конгресс-холл” дәүләт бюджет учреждениеһы юридик шәхес, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эштәр менән идаралығы ведомствоһы ҡарамағында. Башҡортостан Республикаһы исеменән Учреждениены ойоштороусы функцияларын һәм вәкәләттәрен Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эштәр менән идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы тормошҡа ашыра. Башҡортостан Республикаһы исеменән Учреждениеның мөлкәт хужаһы функцияларын һәм вәкәләттәрен Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тормошҡа ашыра. Төп эшмәкәрлек төрө булып Мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының эшмәкәрлеге тора.

БР Конгресс-холл дәүләт бюджет учреждениеһының Уставы
БР Конгресс-холл дәүләт бюджет учреждениеһының дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлығы
Ойоштороусының БР “Конгресс-холл” дәүләт бюджет учреждениеһын төҙөү тураһындағы ҡарары

БР «Конгресс-холл» дәүләт бюджет учреждениеһы ойоштороусылары


Виртуальный
тур