САРАНЫ ПЛАНЛАШТЫРЫУ ҺӘМ ӘҘЕРЛӘҮ

Күргәҙмә стендтарына һәм экспозицияларға заказ биреү

БР «Конгресс-холл» дәүләт бюджет учреждениеһының күргәҙмәләр үткәреүҙә тәжрибәһе ҙур. Беҙ күргәҙмә бизнесы сфераһында ҙур тәжрибә туплаған һәм киң проекттар үткәргән иң алдынғы белгестәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Хеҙмәттәр:

  • күргәҙмә проектын комплекслы ғәмәлләштереү – стенд дизайнынан алып уны реаль тормошҡа ашырыуға тиклем;
  • теләгән ҡатмарлыҡтағы күргәҙмә стендтарын проектлау;
  • күргәҙмәләрҙе тулыһынса техник яҡтан әҙерләү һәм төҙөү.

Өҫтөнлөктәр:

  • беҙ күргәҙмә өлкәһендә 10 йылдан ашыу күргәҙмә менеджменты, дизайны һәм күргәҙмә төҙөү тәжрибәһе булған профессионалдар менән генә эшләйбеҙ.

Беҙ стенд төҙөүҙең бер нисә төрөн тәҡдим итә алабыҙ.

Стандарт күргәҙмә стенды.. Стандарт стенд күргәҙмә конструкторынан тора һәм ҡағиҙә булараҡ, йыһаздар йыйылмаһын тәшкил итә (келәм ябыуы, стена панелдәре, өҫтәл, ултырғыстар, электр розеткалары, яҡтыртыу, һөйләшеү бүлмәләре һ.б.). стандарт күргәҙмә стендтарын биҙәгәндә төрлө технологиялар ҡулланыла: йәбешеүсе пленкаларҙан аппликация, полиграфиялы баҫыу, күләмле хәрефтәр, яҡтылыҡ ҡумталары һ.б. әҙерләү. Шулай уҡ Һеҙ күргәҙмәгеҙ өсөн өҫтәмә йыһаздарға ла заказ бирә алаһығыҙ – витриналар, подиумдар, күрһәтмә һәм мәғлүмәт таҡталары, мобиль стендтар һ.б.

Стандарт булмаған һәм шәхси күргәҙмә стенды.. Стандарт булмаған күргәҙмә үҙ эсенә махсус йыйылмаларҙы, яҡтылыҡ һәм динамика ҡарарҙарын, эксклюзив биҙәү элементтарын ала. Был, үҙ йәһәтендә, Һеҙҙең бөтә теләктәрегеҙҙе һәм талаптарығыҙҙы күҙ уңында тотоп, төрлө ҡатмарлыҡтағы проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Мобиль күргәҙмә стенды.  Мобиль стендты күп тапҡыр ҡулланып була, уны һаҡлау һәм урындан урынға күсереп йөрөү бик уңайлы. Һеҙ теләгән бер ваҡытта ниндәй ҙә булһа күргәҙмәлә ҡуртымға урын алып, ошо йыйылманы бер нисә минут эсендә ҡороп ҡуя алаһығыҙ. Стендарҙың төргәге бик ныҡлы һәм уға тик йыйылмалар ғына түгел, буклеттар ҙа, сувенирҙар ҙа, һ.б. кәрәкле әйберҙәр һыя. Мобиль стендтарҙы күргәҙмәләрҙә генә түгел, презентацияларҙа, конференцияларҙы һәм офис интерьерын биҙәү өсөн дә ҡулланырға була.  

Бәйләнеш өсөн
2.JPG
Виртуальный
тур