САРАНЫ ПЛАНЛАШТЫРЫУ ҺӘМ ӘҘЕРЛӘҮ

Сараны планлаштырыу һәм әҙерләү

БР «Конгресс-холл» дәүләт бюджет учреждениеһы региональ, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы үткәреү операторы булараҡ, Һеҙҙең сарағыҙҙы комплекслы ойоштороуҙы тәьмин итергә әҙер.


Конгресс-холл коллективы клиенттарына тәҡдим итә:

1. Сараның сценарий планын төҙөү. Сценарий планы ойоштороусыларҙың көсөн һәм аҡсаһын дөрөҫ ҡулланырға, сараның үткәрелеү тәртибен, ваҡытын, урынын билдәләргә булышлыҡ итә.

2. Сараны планлаштырыу һәм әҙерләү. Сараны планлаштырыу уны юғары кимәлдә үткәреү өсөн ҡатмарлы, әммә шул уҡ ваҡытта нәтижәле ҡорал булып тора.

3. Зал һайлау. Сара форматы ниндәй генә булмаһын, беҙ Конгресс-холдың залдары араһынан тап ошо сара төрөнә генә түгел, ә ҡатнашыусыларҙың характерына тура килгән иң уңайлы зал һайларға ярҙам итәбеҙ.

4. Сараны ойоштороу һәм үткәреү өсөн яуаплы белгестәр командаһын төҙөү. Сараның күләменә ярашлы, ул бер кеше йәки бер нисә кешенән торған төркөм булыуы мөмкин. Беҙ аралашсыларҙы иғтибарға алабыҙ һәм сараны ойоштороуҙың төрлө этаптарында һәр команда ағзаһының үҙ вазифаһын билдәләйбеҙ.

5. Сараның төрөн билдәләү. Сара төрө буйынса семинар, корпоратив, конференция, ниндәй ҙә булһа тауар менән таныштырыу, реклама кампанияһы, күргәҙмә булыуы мөмкин. Беҙ ҡатнашыусылар һанын һәм уларҙың профилен аныҡлайбыҙ.

6. Смета әҙерләү. Сараның эҙмә-эҙлекле планы һәм кәрәкле сығымдар теҙмәһен тәшкил итеүсе документ.

7. Өҫтәмә хеҙмәттәр: сараларҙы аудио- һәм мультимедиа яҡтан биҙәү, кәрәкле йыһаздар менән тәьмин итеү, сараны дизайнлау һәм полиграфия хеҙмәттәре, ҡатнашыусылар өсөн ҡунаҡханала урын бронләү һәм уларҙы урынлаштырыу; трансфер ойоштороу, күргәҙмәләр өсөн стендтар һәм экспозицияларға заказ биреү, сарала ҡатнашыусылар өсөн мәҙәни-күңел асыу программалары ойоштороу, сәскәләр менән биҙәү, экскурсиялар ойоштороу һәм үткәреү.

8. Сараны реклама-мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу. Үткәреләсәк сара тураһында киң мәғлүмәт сараларында, интернет селтәрендә һәм тышҡы рекламала мәғлүмәт урынлаштырыу.


Беҙ күптәнге клиенттарыбыҙ менән оҙон ваҡыт хеҙмәттәшлек итеүебеҙгә, шулай уҡ яңы партнерҙар менән дә продуктив мөнәсәбәттәр үҫтереүебеҙгә бик шатбыҙ.

Һеҙҙе Конгресс-холда көтөп ҡалабыҙ, рәхим итегеҙ!

Бәйләнеш өсөн



Виртуальный
тур