Саралар ойоштороу

БР «Конгресс-холл» дәүләт бюджет учреждениеһы форумдар, күргәҙмәләр, саммиттар, конференциялар, конгрестар, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, мастер-кластар, һөйләшеүҙәр, кәңәшмәләр, ябыҡ осрашыуҙар, тантаналы кисәләр, хәйриә аукциондары кеүек төрлө сараларҙы әҙерләү, үткәреү һәм оҙатыу буйынса киң спектрлы хеҙмәт тәҡдим итә.

Конгресс-холл хаҡлы рәүештә Өфө ҡалаһында саралар ойоштороу буйынса беренселәрҙән һанала. Беҙ киң партнер селтәрҙәре менән эшләйбеҙ һәм үҙебеҙҙең клиенттарыбыҙға сараларҙы комплекслы ойоштороуҙың тулы хеҙмәттәрен тәҡдим итәбеҙ.

Беҙҙең команда юғары квалификациялы белгестәрҙән тора һәм улар һәр эшкә ижади яҡлашыуы, профессионализмы, оперативлығы менән Һеҙгә идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итергә әҙер.

Беҙ күрһәткән хеҙмәттәр:

- сараларҙы планлаштырыу һәм әҙерләү;

- сараларҙы аудио- һәм мультимедиа яҡтан биҙәү, кәрәкле йыһаздар менән тәьмин итеү;

- сараны дизайнлау һәм полиграфия хеҙмәттәре;

- ҡунаҡханала урын бронләү һәм урынлаштырыу;

- трансфер;

- күргәҙмәләр өсөн стендтарға һәм экспозицияларға заказ биреү;

- мәҙәни-күңел асыу программалары ойоштороу;

- сәскәләр менән биҙәү;

- экскурсиялар;

- сарағыҙҙың рекламаһы.

Беҙгә шылтыратығыҙ, сара ойоштороуға заказ бирегеҙ. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән осрашыуға шатбыҙ!

Бәйләнеш өсөн

Виртуальный
тур